Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘFАРИФ ѲЛКӘҺЕНДӘ КОНТРОЛЬ ҺӘМ КYҘӘТЕY БУЙЫНСА ИДАРАЛЫҠ

Башҡортостан Республикаһында белем биреү менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың, тейешле биләмәлә мәғарифҡа идара итеүсе урындағы үҙидара органдарының эшмәкәрлегенә дәүләт контроле (күҙәтеүе)

Мәғариф өлкәһендә контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге

Башҡортостандың мәғариф тармағында контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралығындағы белем биреү өлкәһендә контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлегенең хоҡуҡтары.
Башҡортостандың мәғариф тармағында контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралығындағы белем биреү өлкәһендә контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлегенең (артабан – бүлек) төп хеҙмәт йүнәлеше булып белем биреү өлкәһендә дәүләт контроле (күҙәтеү), лицензия контроле һәм граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡарау тора.
Белем биреү тармағында дәүләт контроле (күҙәтеү) уҡытыу сифатына федераль дәүләт контролен һәм мәғариф тармағында федераль дәүләт күҙәтеүен үҙ эсенә ала.
Уҡытыу сифатына федераль дәүләт контроле – мәғариф эшмәкәрлегенең уҡыусыларҙы дәүләт аккредитацияһы булған уҡытыу программалары, федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптары буйынса, уҡытыу сифатын тикшереү һәм федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарының боҙолоуы осраҡтарын бөтөрөү йәһәтенән Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендә ҡаралған саралар ярҙамында тормошҡа ашырған ойошмала әҙерләү менән ярашлылығы билдәһе буйынса алып барылған эшмәкәрлек.       
 Мәғариф тармағында федераль дәүләт күҙәтеүе – Рәсәй Федерацияһы субъекттарының белем биреү өлкәһендә дәүләт идаралығын тормошҡа ашырған дәүләт власы органдарының һәм белем биреү өлкәһендә идаралыҡты тормошҡа ашырған урындағы үҙидара органдарының, шулай уҡ белем биреү эшмәкәрлеген тормошҡа ашырған ойошмаларҙың (артабан – органдар һәм ойошмалар) ойошма ярҙамында мәғариф тураһындағы ҡануниәт, органдарҙа һәм ойошмаларҙа тикшереү үткәреү, талаптарҙы боҙоу эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендә ҡаралған сараларҙы ҡабул итеүҙә ҡағиҙәләрҙе боҙоуҙы иҫкәртеүгә, табыуға һәм туҡтатыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек.
Лицензия контроле – бүлектең белем биреү эшмәкәрлеген тормошҡа ашырғанда юридик шәхестәр тарафынан мәғариф өлкәһендәге ҡануниәттең мотлаҡ талаптарын, лицензиаттың лицензия талаптарын һәм шарттарын үтәүенә йүнәлтелгән эшмәкәрлеге.
Мәғариф тураһындағы ҡануниәтте боҙоу тураһында граждандарҙың шәхси һәм коллектив мөрәжәғәттәре, шул иҫәптән граждандар берләшмәләренең, шулай уҡ юридик шәхестәрҙең мөрәжәғәттәре 2006 йылдың 2 майында ҡабул ителгән “Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында”ғы 59-сы Федераль Законға һәм Башҡортостандың мәғариф тармағында контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралығының 2013 йылдың 11 июлендәге 1914-се бойороғо тарафынан раҫланған Граждандарҙы ҡарау ҡағиҙәһенә ярашлы тикшерелә.

  • Документтар
  • Яңылыҡтар
  • Ваҡиғалар
  • Проект
  • Докладтар һәм сығыш яһау
  • Һорауҙар һәм яуаптар
  • Фотокүргәҙмә
  • Видеокүргәҙмә