Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘFАРИФ ѲЛКӘҺЕНДӘ КОНТРОЛЬ ҺӘМ КYҘӘТЕY БУЙЫНСА ИДАРАЛЫҠ

Идаралыҡ тураһында

Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан (далее - Управление) является республиканским органом исполнительной власти, осуществляющим переданные Российской Федерацией в соответствии с Федеральным законом «Об образовании в Российской Федерации» отдельные полномочия в сфере образования.
     Сокращенное наименование - Обрнадзор РБ.

Полномочия

Идаралыҡ вәкәләттәренә түбәндәгеләр инә:
– Башҡортостан Республикаһында белем биреү менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың (федераль башҡарма власть органы даирәһендәге ойошмаларҙан тыш), тейешле биләмәлә мәғарифҡа идара итеүсе урындағы үҙидара органдарының эшмәкәрлегенә дәүләт контроле (күҙәтеүе);
– Башҡортостан Республикаһында белем биреү менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың (федераль башҡарма власть органы даирәһендәге ойошмаларҙан тыш) эшмәкәрлеген лицензиялау;
– Башҡортостан Республикаһында белем биреү менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың (федераль башҡарма власть органы даирәһендәге ойошмаларҙан тыш) эшмәкәрлеген аккредитациялау;
– белем һәм (йәки) квалификация тураһындағы документтарҙы раҫлау;
– ғилми дәрәжәләр һәм (йәки) ғилми исемдәр тураһындағы документтарҙы раҫлау.

Үрҙә әйтелгән вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыу йәһәтенән Идаралыҡ түбәндәге эштәрҙе башҡара:
– белем сифатына федераль дәүләт контроле һәм мәғариф өлкәһендә федераль дәүләт күҙәтеүе буйынса тикшереүҙәр үткәрә;
– Башҡортостан Республикаһында белем биреү менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың (федераль башҡарма власть органы даирәһендәге ойошмаларҙан тыш) эшмәкәрлеген лицензиялай;
– лицензия алыусы тарафынан белем биреү эшмәкәрлеген тормошҡа ашырғанда лицензия талаптарын үтәүгә контроллек итә;
– белем биреү эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуға лицензиялар реестрын, Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте менән билдәләнгән тәртиптә мәғариф өлкәһендә дәүләт контроле (күҙәтеүе), шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы тарафынан тапшырылған мәғариф өлкәһендәге айырым вәкәләттәргә ярашлы, Башҡортостан Республикаһында белем биреү менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың эшмәкәрлегенә лицензия контроле, дәүләт аккердитациһы буйынса саралар үткәреүгә йәлеп ителгән эксперттар һәм эксперт ойошмалары реестрын алып бара;
– Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендә билдәләнгән тәртиптә лицензия биреүгә һәм лицензия контроленә, дәүләт аккредитацияһына, белем һәм (йәки) квалификация, ғилми дәрәжәләр, ғилми исемдәр тураһындағы документтарҙы раҫлауға бәйле мөрәжәғәт итеүселәр менән бәйләнеш, шул иҫәптән электрон бәйләнеш булдыра;
– Башҡортостан Республикаһында белем биреү менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың (федераль башҡарма власть органы даирәһендәге ойошмаларҙан тыш) эшмәкәрлегенә дәүләт аккредитацияһын үткәрә;
– Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте менән билдәләнгән тәртиптә белем һәм (йәки) квалификация, ғилми дәрәжәләр, ғилми исемдәр тураһындағы документтарға апостиль ҡуя;
– мәғариф өлкәһендә контроль (күҙәтеү), шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы тарафынан тапшырылған мәғариф өлкәһендәге айырым вәкәләттәргә ярашлы, Башҡортостан Республикаһында белем биреү менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың эшмәкәрлегенә лицензия контроле, дәүләт аккердитациһы буйынса саралар үткәреүгә Идаралыҡ йәлеп иткән эксперттарҙы һәм эксперт ойошмаларын аккредитациялай;
– Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте менән билдәләнгән тәртиптә Башҡортостан Республикаһында белем биреү менән шөғөлләнгән ойошмалар эшмәкәрлегенә дәүләт аккредитацияһы хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе “Дәүләт аккредитацияһына эйә булған белем биреү программалары буйынса белем биреү эшмәкәрлеген тормошҡа ашырған ойошмалар реестры” дәүләт мәғлүмәт системаһына индерә;
– Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте менән билдәләнгән тәртиптә мәғариф өлкәһендә дәүләт күҙәтеүенең дәүләт мәғлүмәт системаһына мәғлүмәттәр индерә;
– Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте менән билдәләнгән тәртиптә “Белем һәм (йәки) квалификация тураһындағы документтарға ҡуйылған апостилдәрҙең федераль реестры” федераль мәғлүмәт системаһына һәм ғилми дәрәжәләр, ғилми исемдәр хаҡындағы документтарға ҡуйылған апостилдәр тураһындағы федераль мәғлүмәттәр базаһына мәғлүмәттәр индерә;
– Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы, граждандарҙан, юридик берәмектәрҙән Идаралыҡҡа килгән мөрәжәғәттәр һәм ғаризалар буйынса урындағы үҙидара органдарынан, киң мәғлүмәт сараларынан алынған мәғлүмәттәрҙе тикшерә;
– граждандарҙы ҡабул итеү, уларҙың мөрәжәғәттәрен ваҡытында һәм тулыһынса ҡарауҙы, тейешле ҡарар ҡабул итеүҙе һәм Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте менән билдәләнгән ваҡытта яуап ҡайтарыуҙы тәьмин итә;
– мәғариф өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы тарафынан тапшырылған айырым вәкәләттәргә ярашлы, дәүләт серен тәшкил иткән мәғлүмәттәрҙе һаҡлай;
– Идаралыҡтың эшмәкәрлеге барышында тупланған архив документтарын Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы комплектлай, һаҡлай, иҫәбен алып бара һәм файҙалана;
– Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан билдәләнгән тәртиптә эске финанс контролен һәм эске финанс аудитын тормшҡа ашыра;
– ҡануниәткә ярашлы һәм Идаралыҡҡа бүленгән ассигнованиелар сиктәрендә билдәләнгән эшмәкәрлек өлкәһендә Идаралыҡ ихтыяждары өсөн тауарҙар, эштәр, хеҙмәттәр һатып ала;
– закон һәм башҡа норматив хоҡуҡ акттары һәм норматив булмаған хоҡуҡ акттары проекттарын, республика программаларын эшләй, федераль программаларҙа республиканың ҡатнашыуы буйынса тәҡдимдәр туплай һәм уларҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә тәҡдим итә; раҫланғандан һуң – уларҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша;
– Идаралыҡ эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәттәр менән танышыу мөмкинлеген тәьмин итә;
– ҡануниәт менән билдәләнгән тәртиптә Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһы аҡсаһын төп файҙаланыусының һәм алыусының бюджет вәкәләттәрен ғәмәлгә ашыра;
– ҡануниәткә ярашлы, Рәсәй Федерацияһы бюджет системаһы килемдәренең төп администраторының һәм администраторының бюджет вәкәләттәрен тормошҡа ашыра;
– билдәләнгән эшмәкәрлек өлкәһендә кадрҙар сәйәсәтен тормошҡа ашыра, кадрҙар әҙерләүҙе, ҡайтанан әҙерләүҙе һәм уларҙың белемен камиллаштырыуҙы ойоштора;
– ҡануниәткә ярашлы, мобилизация әҙерлеге һәм мобилизация саралары үткәреүҙе тәьмин итә;
– граждандар оборонаһы һәм халыҡты һаҡлау, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, Идаралыҡтың янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү сараларын үтәүҙе ойоштора;
– Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы билдәләнгән эшмәкәрлек өлкәһендәге башҡа вәкәләттәр.

Үрҙә телгә алынған вәкәләттәрҙе ғәмәлгә ашырыу маҡсатында Идаралыҡ түбәндәгеләргә хоҡуҡлы:
– республика башҡарма власть органдарына Рәсәй Федерацияһының мәғариф өлкәһендәге ҡануниәте үтәлешен тәьмин итеү өсөн кәрәкле кисектергеһеҙ сараларҙы тормошҡа ашырыу тураһында тәҡдимдәр индерергә;
– федераль дәүләт власы органдарынан, республика башҡарма власть органдарынан, Башҡортостан Республикаһының урындағы үҙидара органдарынан, шулай уҡ ойошмаларҙан һәм граждандарҙан Рәсәй Федерацияһының мәғариф өлкәһендәге ҡануниәтен боҙоу тураһында мәғлүмәт алырға;
 Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте менән билдәләнгән тәртиптә мәғариф өлкәһендә контроль (күҙәтеү), шул иҫәптән лицензия контроле сараларын үткәреүгә эксперттарҙың һәм эксперт ойошмаларының аккредитация экспертизаларын йәлеп итергә;
– тикшереү барышында асыҡланған етешһеҙлектәрҙе яйға һалыу буйынса сара күрергә, шул иҫәптән мәғариф тураһындағы ҡануниәтте боҙоуға юл ҡуйған, Башҡортостан Республикаһында белем биреү менән шөғөлләнгән ойошмаға йәки Башҡортостан Республикаһында мәғарифҡа идара итеүсе урындағы үҙидара органына үтәү мотлаҡ булған күрһәтмә бирергә. Тейешле күрһәтмә үтәлмәһә, шул иҫәптән тәҡдим ителгән отчет ошо күрһәтмәнең билдәләнгән ваҡыт эсендә үтәлеүен раҫламаһа йәки бындай отчет бөтөнләй тапшырылмаһа, Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексы менән билдәләнгән тәртиптә административ хоҡуҡ боҙоу хаҡында эш ҡуҙғатырға һәм был ойошмаға ҡабул итеүҙе тыйырға. Күрһәтмә үтәлгәндән һуң белем биреү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән ойошмаға ҡабул итеүҙе тыйыу талабын ғәмәлдән сығарырға;
– Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексы менән билдәләнгән тәртиптә административ хоҡуҡ боҙоуҙар хаҡында протоколдар төҙөргә;
– Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте менән билдәләнгән осраҡтарҙа белем биреү эшмәкәрлеген тулыһынса йәки уның айырым төрҙәрен тормошҡа ашырыуға, белем кимәлдәренә, һөнәргә һәм әҙерлек йүнәлештәренә һәм (йәки) өҫтәмә белем төрҙәренә, белем биреү эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу урындарының адресына бәйле лицензияның ғәмәлдә булыуын, Рәсәй Федерацияһы тарафынан тапшырылған мәғариф өлкәһендәге айырым вәкәләттәргә ярашлы, туҡтатып торорға һәм яңыртырға;
– Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте менән билдәләнгән тәртиптә белем биреү эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуға лицензияны ғәмәлдән сығарыу тураһындағы ғариза менән судҡа мөрәжәғәт итергә;
– Башҡортостан Республикаһында белем биреү эшмәкәрлеген тормошҡа ашырған ойошмала тулыһынса белем биреүгә йәки уның айырым кимәлдәренә, киңәйтелгән һөнәрҙәр, әҙерлек йүнәлештәре төркөмөнә ҡарата дәүләт аккредитацияһын, Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте менән билдәләнгән тәртиптә һәм Рәсәй Федерацияһы тарафынан тапшырылған мәғариф өлкәһендәге айырым вәкәләттәргә ярашлы, туҡтатып торорға һәм яңыртырға;
– Башҡортостан Республикаһында белем биреү менән шөғөлләнгән ойошманы тулыһынса йәки белем биреүҙең айырым кимәлдәренә, киңәйтелгән һөнәр, әҙерлек йүнәлештәре төркөмөнә ҡарата дәүләт аккредитацияһынан, Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте менән билдәләнгән тәртиптә һәм Рәсәй Федерацияһы тарафынан тапшырылған мәғариф өлкәһендәге айырым вәкәләттәргә ярашлы, мәхрүм итергә;
– Рәсәй Федерацияһының мәғариф өлкәһендәге ҡануниәтен боҙоу тураһындағы мәғлүмәтте һәм тикшереү материалдарын Рәсәй Федерацияһының хоҡуҡ һаҡлау органдарына, Федераль финанс-бюджет күҙәтеүе хеҙмәтенә, Рәсәй Федерацияһының Иҫәп палатаһына, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының башҡа дәүләт органдарына ебәрергә;
– документтың тейешле кешегә бирелеүен асыҡлау, ҡултамға өлгөһөн алыу һәм документҡа ҡул ҡуйған аныҡ вазифалы кешенең имза ҡуйыу хоҡуғын раҫлау, документты нығытҡан мисәт оттискыһы өлгөһөн алыу маҡсатында белем һәм (йәки) квалификация, ғилми дәрәжәләр, ғилми исемдәр тураһындағы документты биргән, белем биреү эшмәкәрлеген тормошҡа ашырған ойошманан мәғлүмәт һорарға һәм алырға;
– “Белем һәм (йәки) квалификация тураһындағы документтар, уҡыу тураһындағы документтар хаҡындағы мәғлүмәттәрҙең федераль реестры”, “Белем һәм (йәки) квалификациялар тураһындағы документтарға ҡуйылған апостилдәрҙең федераль реестры” федераль мәғлүмәт системаларындағы һәм ғилми дәрәжәләр, ғилми исемдәр тураһындағы документтарға ҡуйылған апостилдәр хаҡындағы федераль мәғлүмәттәр базаһындағы мәғлүмәттәрҙе файҙаланырға;
 Башҡортостан Республикаһында мәғарифҡа идараны тормошҡа ашырған урындағы үҙидара органы етешһеҙлекте яйға һалыу буйынса ҡабатлап ебәрелгән күрһәтмәне Идаралыҡ тарафынан билдәләгән ваҡытта үтәмәгән осраҡта, юғарыраҡ баҫҡыстағы урындағы үҙидара органына ошо урындағы үҙидара органы етәксеһен вазифаһынан бушатыу мәсьәләһен ҡарау тәҡдимен ебәрергә;
– юридик һәм физик берәмектәргә Идаралыҡ компетенцияһына ингән мәсьәләләр буйынса аңлатма бирергә;
– раҫланған штат иҫәбенә ярашлы, Идаралыҡтың штат теҙмәһен төҙөргә;
– ҡануниәткә ярашлы, Рәсәй Федерацияһы ҡаҙна системаһы бюджеттары килемдәренең төп администраторының бюджет вәкәләттәрен тормошҡа ашырырға.

Функции

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы структураһында биш бүлек бар. Улар: мәғариф өлкәһендә контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлеге, лицензия биреү һәм дәүләт аккредитацияһы бүлеге, ойоштороу бүлеге, юридик һәм кадрҙар хеҙмәте бүлеге, финанс тәьминәте бүлеге.